Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 13:40

Ныҡлы башланғыс булыр

Иҫтә ҡалған осрашыуҙар

Благовещен ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжының мари телен өйрәнгән студенттары уҡытыусылары Ирина Георгиевна Тойгильдина етәкселегендә туған тел көнөн уҙғарҙы.
Колледж китапханаһында уҙған был сарала улар фин - уйғыр телдәренең береһе булған мари телен данланы, туған телдә шиғырҙар һөйләне, дәртле йыр - бейеүен дә башҡарҙы.Туған телде һаҡлау маҡсатында уҡытыусы менән студенттар киләсәктә халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен дә, заман технологияларын да ҡулланып, дәрестәргә әҙерләнергә һөйләште.
Матур сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан колледж студенттары райондың биләмә - ара үҙәк китапханаһының "Илһам" әҙәби клубының сираттағы ултырышында ҡатнашты. Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла ижадына арналған ултырышта улар ижадсыға бағышланған ҡул эштәренән күргәҙмә, уға атап яҙылған шиғырҙар тыңланы. Ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ғабдулла Әхмәтшин Аҡмуллаға бағышланған кейеҙ һүрәттәрен, хаҡлы ялдағы Николай Храмов, китапханасы Ирина Соловьева ҡул эштәрен,ә шағирәләр Римма Романова, Илгизә Хәкимовалар ижади күстәнәстәрен тәҡдим итте.
Бына ошондай йөкмәткеле уҙған саралар буласаҡ уҡытыусыларҙың алдағы эшендә ныҡлы башланғыс булып торор.
Читайте нас: