Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 19:30

Тылсымлы бабайҙан – Яңы йыл бүләге

Иң мөғжизәле байрамға ла күп ҡалманы

Иң мөғжизәле байрамға ла күп ҡалманы. Беҙ бөтәбеҙ ҙә Яңы йыл төнөндә матур теләктәр теләйбеҙ һәм күптәребеҙ уларҙың мотлаҡ тормошҡа ашырына ысын күңелдән ышанабыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы йыл һайын Яңы йыл байрамы алдынан “Ҡыш бабайға хат” акцияһы үткәрә. Балаларға үҙ ҡулдары менән тылсымсы бабайға хыялдары тураһында хат яҙыу мөмкинлеге бирелә. Быйыл был сарала Иглин ауылынан биш бала ҡатнашты. Малайҙар һәм ҡыҙҙар хаттарында үҙҙәренең тормоштары, спортта һәм уҡыуҙағы ҡаҙаныштары, һәм әлбиттә, хыялдары тураһында яҙҙы.
Настя Япаева район үҙәгендәге 2-се һанлы мәктәптең дүртенсе класында уҡый. Иң яратҡан предметы – башҡорт теле. Әүҙем ҡыҙ бөтә ергә лә етешергә тырыша. Ул күп фәндәрҙән “4”, “5” билдәләренә өлгәшә, олатаһы һәм өләсәһенә йорт эштәрендә ярҙам итә. Уға ҡул эштәре менән шөғөлләнеү ҙә бик оҡшай, мәктәптә эшләгән бәйләү түңәрәгенә теләп йөрөй.
Ҡыҙ тәбиғәтте, хайуандарҙы бик ярата. Ул үҙенең дүрт аяҡлы дуҫтары – Барсик ҡушаматлы бесәйе һәм эте Джек менән күп ваҡытын уҙҙыра. Улар менән уйнай, ашата. Настя ат спорты менән дә мауыға. Ул олатаһы менән даими Иглин ауылындағы ат спорты мәктәбенә йөрөй. Бында ҡыҙ аттарҙы тәрбиәләү, һыбай йөрөү серҙәренә өйрәнә. Йәйге осорҙа ҡыҙ йыш ҡына умарталыҡта була, олатаһының эшен күҙәтә, һөнәр нескәлектәрен үҙләштерә.
Тормошондағы ҡыҙыҡлы һәм сағыу мәлдәрҙе сағылдырыу өсөн Настяға планшет кәрәк. Бына ошо теләге менән ҡыҙ изге күңелле Ҡыш Бабайға мөрәжәғәт итте лә инде. Настя ысын күңелдән мөғжизәгә ышана, һәм ул Яңы йылда, һис шикһеҙ, теләгән бүләген аласаҡ.
Читайте нас: