Йәйғор
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 11:15

Ипотека түләү өсөн аҡсаның күләме 450 мең һум тәшкил итә

Закон буйынса, аҡса бер тапҡыр, бер ипотека кредитына ғына бүленә һәм дәүләт ярҙамын алғандан һуң балалар тыуғанына ҡарамай

Рәсәйҙең Министрҙар кабинеты өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә ипотеканың бер өлөшөн түләү өсөн өҫтәмә рәүештә 6 миллиард һум бүлә, тип хәбәр «Башинфора», «Российская газета»ға һылтанма менән.
Премьер-министр Дмитрий Медведев һүҙҙәре буйынса, ошо маҡсатта ҡаралған миллиард һумға тағы ла өҫтәмә аҡса – 6 миллиард һум бүлергә кәрәк. Был 12 меңләгән ғаиләнең бурысын кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Программаның операторы мәғлүмәттәре буйынса, тәүге ай ярымда ғына ипотека кредитының бер өлөшөн түләүгә өс меңдән ашыу ғариза килгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ишле ғаиләләргә ярҙам программаһы президент Владимир Путиндың башланғысы менән индерелде. Ул 2019 йылдың 25 сентябренән ғәмәлдә. Өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған йәки тыуырға тейешле ғаиләләр ошо льготанан файҙалана ала. Ипотека түләү өсөн аҡсаның күләме 450 мең һум тәшкил итә. Программа әлегә 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Субсидия алыу өсөн заемсыға ипотека төҙөгән банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ипотека кредитының бер өлөшөн түләү тураһында ғариза менән бергә шәхесте, гражданлыҡты һәм ата-әсәлекте раҫлаған документтар, шулай уҡ торлаҡ йәки шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы һатып алыуға кредит биреү тураһында документтар тапшырыу талап ителә. Документтар комплектын «ДОМ.РФ» ҡарай. Ғариза хупланғас, ул ипотека кредитының бер өлөшөн ваҡытынан алда түләү өсөн банкка аҡса күсерә.
Закон буйынса, аҡса бер тапҡыр, бер ипотека кредитына ғына бүленә һәм дәүләт ярҙамын алғандан һуң балалар тыуғанына ҡарамай.
Кабинет министров России выделяет дополнительные 6 миллиардов рублей на частичное погашение ипотеки семьям с тремя и более детьми, сообщает «Башинформ» со ссылкой на «Российскую газету».
Со слов премьер-министра Дмитрия Медведева, к миллиарду рублей, которые предусмотрены на эти цели, нужно выделить еще дополнительно деньги — 6 миллиардов рублей. Это позволит сократить долг не менее чем 12 тысячам семей.
По данным оператора программы, только за первые полтора месяца на частичное погашение ипотечного кредита поступило свыше трех тысяч заявок.
Программа поддержки многодетных семей инициирована президентом Владимиром Путиным и действует с 25 сентября 2019 года. Воспользоваться льготой смогут семьи, в которых родился или родится третий и последующие дети. Размер выплаты на погашение ипотеки составит 450 тысяч рублей. Программа пока будет действовать до 31 декабря 2022 года.
Чтобы получить субсидию, заемщику нужно обратиться в банк, где у него оформлена ипотека. К заявлению о погашении части ипотечного кредита необходимо приложить документы, которые удостоверяют личность, гражданство и материнство (отцовство) заявителя, документы о предоставлении ипотечного кредита на покупку жилья или земельного участка под индивидуальное жилищное строительство. Комплект документов рассматривает «ДОМ.РФ». После одобрения заявки он перечислит деньги банку для досрочного погашения части ипотечного кредита.
По закону, средства будут выделяться однократно, в отношении только одного ипотечного кредита и независимо от рождения детей после получения господдержки.
Читайте нас: