Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 16:00

Яугир яҡташтар хөрмәтенә

​Ҡыҙылъяр физкультура һауыҡтырыу комплексында Нуриман районының урта дөйөм белем биреү мәктәптәре командалары араһында Айрат Нәсибуллин иҫтәлегенә арналған “Батырлыҡ кубогы” мини - футбол турниры үтте

Ҡыҙылъяр физкультура һауыҡтырыу комплексында Нуриман районының урта дөйөм белем биреү мәктәптәре командалары араһында Айрат Нәсибуллин иҫтәлегенә арналған “Батырлыҡ кубогы” мини - футбол турниры үтте.
​Ярыштар башланыр алдынан сарала ҡатнашыусылар хәрби бәрелештәрҙә ҡорбан булғандар хөрмәтенә асылған стелаға веноктар һәм тере сәскәләр һалды.
​Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәләре буйынса Красная Горка урта мәктәбе командаһы еңеү яуланы. Икенсе урын Яңы Күл мәктәбенә, ә 3 - сө урын Павловка футболсыларына бирелде.
​Еңеүселәргә миҙалдарҙы һәм маҡтау ҡағыҙҙарын хәрби хеҙмәт ветерандары тапшырҙы һәм үҫеп килеүсе быуынға үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе.
Читайте нас: