Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 13:15

Киләсәккә һөнәр һайлап

Буласаҡ табиптар дауаханаға килде

Благовещен ҡалаһының А.Першин исемендәге 4 - се мәктәптең быйылғы уҡыу йылындағы сығарылыш класс уҡыусылары үҙәк район дауаханаһына сәйәхәткә килде.
Ҡыҙ - егеттәрҙе ихлас ҡаршы алған дауахана етәкселәре уларҙы төрлө йүнәлештә эшләгән табиптарҙың ҡабул итеү бүлмәләренә алып инде, дауалау бүлектәренә лә оҙатты. Уҡыусылар сәләмәтлек һағында торған аҡ халатлыларҙан үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Уҡыусылар араһынан өс ҡыҙ киләсәктә мотлаҡ табип булырға ҡарар итеүен әйтеп, етәкселәрҙе шатландырҙы.
Буласаҡ табиптарға юғары уҡыу йорттарына уҡырға кереп, тыуған районына кәрәкле белгес булып эшкә ҡайтырға яҙһын.
Читайте нас: