Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2019, 10:00

Республиканың ҡоролтай рәйестәре осрашты

Осрашыу эшлекле уҙҙы

Республиканың башҡа район - ҡалалары араһында Благовещен, Нуриман, Иглин, Өфө, Шишмә райондарының ҡоролтай рәйестәре Өфөлә үткән стратегик сессияла ҡатнаша.
Осрашыуҙың тәүге өлөшө " Донъяуи кафе" формаһында ойошторолдо. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән был сарала ҡоролтай рәйестәре "Башҡорт телендә һөйләшеүселәр һанын нисек арттырырға?", "Ауыл клубтарының эшен нисек йәнләндерергә?", "Нисек тарихты һаҡларға?","Ҡоролтайҙың абруйын нисек күтәрергә?" тигән һорауҙарға 332 аныҡ тәҡдимдәр индерелде.
Төштән һуңғы эшлекле осрашыуҙа туған телде уҡытыу, ата - әсәләр комитетының эше,"Айыҡ ауыл","Шайморатов вариҫтары" проекттары, йәштәр менән эшләү кеүек һорауҙарҙы ҡарау бара.
Читайте нас: