Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 10:20

Тыуған тел – мәңгелек хазина

​Данлыҡлы мәғрифәтсе, шағир Аҡмулланың тыуған көнө хәҙер Башҡорт теле көнө итеп билдәләнә

Данлыҡлы мәғрифәтсе, шағир Аҡмулланың тыуған көнө хәҙер Башҡорт теле көнө итеп билдәләнә. Ошо уңай менән Нуриман районы үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Тыуған ил – мәңгелек хазина” исемле әҙәби сара ойошторолдо.
​Сара барышында мәктәп уҡыусылары башҡорт милли әҙәбиәтенең гүзәл өлгөләрен ижад иткән Аҡмулланың, Рәми Ғариповтың, Зәйнәб Биишеваның тормош юлы, ижады менән таныштылар, шиғырҙарын уҡынылар, әҫәрҙәрҙән өҙөктәр тыңланылар.
​“ Юғары күтәргән дә тел, түбән төшөргән дә тел; тел арҡылы бәхеткә ирешергә лә, башыңды юғалтырға ла мөмкин,” – тигән билдәле аҡыл эйәһе Йософ Баласағунлы. Уның “Аҡыл күрке – тел, тел күрке – һүҙ. Кеше күрке - йөҙ”,- тигән һүҙҙәре лә киң билдәле. Ғилем эйәһе һүҙҙәренә ҡушылып, шуны өҫтәйһе килә:”Илемә, халҡыма телебеҙ арҡылы бәхеткә ирешергә яҙһын!”
Читайте нас: