Йәйғор
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 19:20

Икенсе йылға беҙҙе һигеҙ ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Яңы йыл каникулдарынан һуң тәүге эш аҙнаһы ике көнлөк кенә була

2020 йылда рәсәйҙәрҙе һигеҙ ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә, ти хәбәр итә Башинформ .
Байрамдар һәм ял көндәренә тура килгән байрам көндәрен күсереү сәбәпле, аҙыраҡ эшләйәсәкбеҙ.
Ғәҙәттәгесә, ҡыҫҡа эш аҙналары ғинуар, февраль, март, апрель, май, июнь һәм ноябрь айҙарына тура килә.
Яңы йыл каникулдарынан һуң тәүге эш аҙнаһы ике көнлөк кенә була. Тәүге эш көнө кесаҙнаға, 9 ғинуарға, тап килә Киләһе февраль аҙағына тура килә, Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеүгә бәйле 25 февралдән 28-енә тиклем эш көнө тип иҫәпләнә.
Мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан икенсе эш аҙнаһы ла дүрт көнлөк була. Апрель аҙағында Яҙ һәм хеҙмәт байрамы алдынан да рәсәйҙәр бер көнгә аҙыраҡ эшләй.
Майҙың беренсе эш аҙнаһы 4 һәм 5 ғинуарҙағы ял көндәрен күсереү иҫәбенә өс көн: 6 майҙан 8-нә тиклем генә дауам итә. Унан һуңғы эш аҙнаһы ла Еңеү көнө айҡанлы ҡыҫҡа була.
Июндә рәсәйҙәрҙе Рәсәй көнө уңайынан тағы бер ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә.
Артабанғы ҡыҫҡа эш аҙнаһы ноябрҙә генә була. Халыҡтар берҙәмлеге көнө аҙна уртаһына тура килә, шуға 2-3 һәм 5-6 ноябрь эш көндәре булып тора. Эш биреүсе үҙ теләге менән 31 декабрҙә хеҙмәткәрҙәренә ял бирергә хоҡуҡлы.
13 декабрҙә Ҡабарҙа-Балҡар башлығы Казбек Коков 31 декабрҙе ял көнө тип иғлан итте. Бынан алда Сахалин, Свердловск, Псков, Томск, Киров, Ленинград, Ҡурған, Ульяновск өлкәләре, Ҡарасәй-Черкес, Ҡырым, Ставрополь һәм Хакасия властары 28 декабрҙәге ял көнөн 31 декабргә күсереүҙәре хаҡында белдерҙе.
В следующем году россиян ожидают восемь коротких рабочих недель, сообщает Башинформ.
Мы будем меньше трудиться из-за праздников и переноса нерабочих праздничных дней, выпадающих на выходные.
Традиционно, сокращенные рабочие недели приходятся на январь, февраль, март, апрель, май, июнь и ноябрь.
В 2020 году первая после новогодних каникул рабочая неделя будет двухдневной. Следующая придется на конец февраля, когда в связи с празднованием Дня защитника Отечества рабочими будут четыре дня: с 25 по 28 февраля.
В марте благодаря Международному женскому дню вторая рабочая неделя также будет четырехдневной. На день меньше россияне будут трудиться и в конце апреля в преддверии празднования Дня весны и труда.
Первая рабочая неделя мая за счет переносов выходных дней с субботы 4 января и воскресенья 5 января продлится всего три дня: с 6 по 8 мая. Следующая за ней рабочая неделя также будет сокращенной из-за Дня Победы.
Еще одна короткая рабочая неделя ждет россиян в июне благодаря празднованию Дня России.
Следующая сокращенная неделя будет только в ноябре, когда День народного единства разделит пятидневку на два отрезка по два рабочих дня: со 2 по 3 ноября и с 5 по 6 ноября.
Ранее в Роструде напомнили, на последней неделе 2019-го россияне выйдут на работу в понедельник 30 декабря и во вторник 31 декабря.
Первый рабочий день в 2020 году выпадает на четверг 9 января.
При этом работодатель вправе сделать 31 декабря выходным для сотрудников по собственной инициативе.
13 декабря глава Кабардино-Балкарии Казбек Коков объявил 31 декабря выходным днем. Ранее о переносе выходного дня с 28 декабря на 31 декабря объявили власти Сахалинской, Свердловской, Псковской, Томской, Кировской, Ленинградской, Курганской,Ульяновской областей, Карачаево-Черкесии, Крыма, Ставрополья и Хакасии.
Читайте нас: