Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 10:30

Бала күңеле аша телгә һөйөү

Берҙәм башҡорт теле көнөндә Благовещен районының Покровка ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.

Шәп сара үтте. Берҙәм башҡорт теле көнөндә Благовещен районының Покровка ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашты.
Мәҙәниәт йорто етәксеһе Тәнзилә Искәндәрова апайҙары кескәйҙәргә туған телдең бөйөклөгөн, мөһимлеген аңлатып һөйләне, башҡортса шиғырҙар уҡып ишеттерҙе.Ағинәй йәшенә еткән Рәшиҙә апай Фәизова уларҙы мәҡәл - әйтемдәрҙең мәғәнәһенә төшөндөрөп, йомаҡтар әйтте.Ә тәрбиәселәре Лилиә Ғималетдинова балалар менән башҡортса йырҙарға бейеү хәрәкәттәрен ҡушып өйрәтте.
Сара һуңында балалар өлкәндәр менән милли ризығыбыҙ - бауырһаҡ менән сәй эсте.
Читайте нас: