Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында Юнеско эгидаһы аҫтында аҫаба халыҡтары телдәренә, республиканың - 100, вуздың 110 йыллығына арналған VII халыҡ - ара телдәр фестивале үтте.
Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәренән килгән 436 делегат араһында благовещендар ҙа бар ине.
Благовещен күп профилле һөнәри техникумының 18 студенты башҡорт, рус, татар, мари, инглиз телдәре уҡытыусылары менән бергә ҡатнашты. Донъяның төрлө телдәре, заман шарттарына ярашлы уларҙы өйрәнеү үҙенсәлектәре тураһында һүҙ барҙы.
Был фестивалдә төрлө милләт вәкилдәренең һәр береһен үҙенең туған теленә тәрән һөйөү берләштерҙе.