Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 11:30

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары заманса йыһазландырыла

Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы алымдар ҡулланыу, уҡыусы балаларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн яңы шарттар булдырыу йәмғиәтебеҙ өсөн бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора

Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы алымдар ҡулланыу, уҡыусы балаларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн яңы шарттар булдырыу йәмғиәтебеҙ өсөн бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыу өсөн тәүге сертификаттар тапшырылды.
Комиссия тарафынан һайлап алынған 16 урта дөйөм белем биреү усаҡтары араһында Нуриман районының Красная Горка мәктәбе лә бар. Заман талаптарына яуап биргән мультимедиа комплексы ноутбуктар, процессорҙар һәм интерактив таҡта менән комплектланған.
Тел һәм әҙәбиәт кабинеттарын заманса йыһазландырыу “Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәрен, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: