Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 12:00

Сәйлән бәйләү - фантазияны үҫтерә

Ижади ҡараш тәрбиәләй

Благовещен районының Иҫке Надеждин ауыл китапханаһында ҡул оҫтаһы Елена Иваникович ҡыҙҙарҙы сәйлән менән биҙәү серҙәренә өйрәтте.
- Сәйләндән эшләгән әйберҙәр күп иғтибар талап итмәй,ә иң мөһиме, был эш ҡыҙҙарҙың үҙенә лә бик оҡшай. Улар яһарға өйрәнәсәк хайуандар, уйынсыҡтар, сәскәләр, биҙәүестәр баланың фекер йөрөтөүен, фантазияһын үҫтерә, түҙемлеккә, әүҙемлеккә, ижади яҡтан асылырға ярҙам итә, - ти Елена Петровна.
Күҙҙең яуын алырҙай, күп төҫтәге сағыу сәйләндән яһай башлаған сәскәләренә һоҡланған ҡыҙҙар артабан да Елена Петровна үткәргән оҫталыҡ дәрестәренә йөрөргә ҡарар итте.
Читайте нас: