Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2019, 16:00

Яңы йыл - көтөп алынған байрам

Бүләккә - өмөт һәм яҡшы кәйеф

Донъялағы барса балалар Яңы йыл менән бергә Ҡыш бабайҙы, уның бүләктәрен көтә.
Һәр ата - әсә өсөн декабрь айы тотошлайы менән байрамға әҙерлек осорона әйләнә.Кейемдәр әҙерләнә, шиғыр, йыр һүҙҙәре ятлана, бейеү хәрәкәттәре шымартыла.
Благовещен ҡалаһындағы 11- се һанлы "Якорек" балалар баҡсаһы тәрбиәселәре тәрбиәләнеүселәре, уларҙың ата - әсәләре менән уртаҡ башҡарылған эштәргә лә ҙур өҫтөнлөк бирә. "Яңы йыл фантазияһы" тигән ижади күргәҙмәлә "Тамсылар" төркөмөнөң һәләтле балалары, ата - әсәләре үҙ ҡулдары менән эшләгән төрлө сувенирҙарын урынлаштырҙы.Һәр ижади эшкә етди ҡарашта булған өлкәндәр,балалары менән төрлө материалдарҙан - Ҡыш бабай, быйма, сана, шыршы, йыл символы - сысҡанды яһаны. Шуҡ, көләкәс - Сергей, Милана, Рафаэль, Элина, Ангелина, Дмитрий, Анастасия, Адэлия, Полина бергә башҡарған матур ҡул эштәренә һоҡланыуын йәшермәне.
Читайте нас: