"Рәсәй тарихында Дашковтар" тигән VI район крайҙы өйрәнеү уҡыуҙарында илебеҙ тарихында мөһим эшмәкәрлек иткән, яҡты эҙ ҡалдырған дворян Дашковтар ырыуы вәкилдәре тураһында һүҙ барҙы.Билдәле был нәҫелдең исеме беҙҙең ҡалабыҙ менән дә ныҡлы бәйләнгән.
Сараға йыйылған барса уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, тарихсылар, баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар Благовещен ерендәге арматура заводы , урындағы халыҡ менән тормошоноң бер осорон тығыҙ бәйләгән бер туған кенәздәр - Дмитрий һәм Андрей Дашковтар тураһында мәғлүмәт менән танышты. Урындағы тарихсы, Благовещен арматура заводының ветерандар советы рәйесе Ким Мирғаязов, ҡаланың күп профилле һөнәри колледжының педагогия бүлеге мөдире Мәүлиҙә Шәрифуллина, 2 - се мәктәп уҡытыусыһы Лариса Фисенко халыҡ, студенттар, уҡыусылар араһында юғарыла телгә алынған билдәле шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарған эштәренә байҡау яһаны. Лариса Георгиевна төшөргән "Ата - бабалар һәм замандаштар" тигән фильмды ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараған яҡташтарыбыҙ алдағы көндәрҙә Дашковтар исемен мәңгеләштереү кәрәклегенә лә баҫым яһаны. Тарихсылар ошо музей бинаһына улар иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ ҡуйырға ҡарар итте.