Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2019, 14:00

Колледж йәштәрҙе көтә

Буласаҡ һөнәр эйәләре

Благовещендағы күп профилле һөнәри колледж етәкселеге мәктәп уҡыусылары, ата - әсәләр өсөн "Асыҡ ишектәр" көнөн уҙғарҙы.
Буласаҡ һөнәрен һайлау маҡсатынан бында йыйылған 150 - нән ашыу егет һәм ҡыҙ уҡыу йортоноң тарихы менән яҡындан танышты.2020 йылда студенттар ҡабул ителәсәк бүлектәр, имтихандар, тураһында ла етди һөйләшеү булды. "Машиналар төҙөү технологиялары","Компьютер системаһын программалашт ырыу", "Органик матдәлә химик технологиялар", "Башланғыс кластар уҡытыусыһы", "Ашнаҡсы, кондитер","Иретеп йәбештереүсе" тигәндәре бик ҙур һорау менән файҙаланды. Оҫтахана, лаборатория, уҡыу бүлмәләрен ҡарап сыҡҡан уҡыусылар төрлө һөнәрҙәргә бағышланған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, бөгөнгө студенттар менән аралашты.Уларҙы дәрестән һуң уҙған саралар ҙа ҡыҙыҡһындырҙы.
Ике яҡ өсөн дә кәрәкле булған осрашыу эшлекле уҙҙы. Колледж буласаҡ студенттарын көтөп ҡала.
Читайте нас: