Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2019, 18:00

Һәр бер бәйгенең аҙағы, еңеүселәре була

​“Айыҡ ауыл - 2019” республика конкурсында Нуриман районының Нимесләр, Иҫке Исай, Баш Шиҙе, Яңы Субай, Иҫтерек ауылдары ҡатнашты

​Ауылдарыбыҙ бөгөн яңырыу кисерә. Заманса йорттар төҙөлә, бизнес менән шөғөлләнеүселәр һаны күбәйә, кешеләрҙең мәҙәнилеге арта. Халыҡ насар ғәҙәттәрҙән арынырға тырыша.
​“Айыҡ ауыл - 2019” республика конкурсында Нуриман районының Нимесләр, Иҫке Исай, Баш Шиҙе, Яңы Субай, Иҫтерек ауылдары ҡатнашты. Бәйге барышында сәләмәт тормош алып барыуҙы, алкоголизмға ҡаршы көрәште пропагандалаған акциялар, әңгәмәләр, лекциялар, спорт ярыштары, төрлө байрам саралары үткәрелде.
​Район бәйгеһе һөҙөмтәләре буйынса республика кимәлендә нуримандар данын Байгилде ауыл биләмәһенең Иҫтерек ауылы халҡы яҡлаясаҡ.
Читайте нас: