Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 14:15

Форумда - 17 еңеүсе

Һуғыш сәнғәте берләштерҙе

Благовещендағы балалар ижады үҙәгенең "Гепард" каратэ клубы тәрбиәләнеүселәре тренерҙары Ренат Хисмәтуллин етәкселегендә Өфөлә уҙған XVI Бөтә донъя һуғыш сәнғәте форумында ҡатнашты.
2000 спортсы араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ юғары кимәлдә сығыш яһаны.17 тәрбиәләнеүсенең 9 - беренсе, 5 - икенсе, 3 - өсөнсө урын алыуға өлгәште. Райондың данын яҡлаған, сәләмәт тормош яҡлы спортсыларҙы тик маҡтайһы ғына ҡала.
Читайте нас: