Башҡортостанда уҙған ике йыл эсендә генә 300 - ҙән ашыу яңы ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативтары барлыҡҡа килде.
Республиканың ауыл хужалығы буйынса консультация биреү Үҙәге белгестәре райондарға сығып, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса семинар - кәңәшмәләр үткәрә. Ошондай сара Нуриман районының Иҫке Күл ауыл мәҙәниәт йортонда ла уҙҙы. Кәңәшмәлә ауыл биләмәләре башлыҡтары, крәҫтиән - фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың етәкселәре ҡатнашты. Республикала барған ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу программаһын тормошҡа ашырыу тураһында Башҡортостандың ауыл хужалығы буйынса консультация биреү Үҙәге етәксеһе урынбаҫары Владимир Яковлев сығыш яһаны. “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын асыу, теркәү өсөн инициатив төркөм һәм ойоштороусылар комитеты төҙөргә, буласаҡ кооперативтың дөйөм ултырышын үткәрергә, уставын яҙырға; ошо документтар нигеҙендә бизнес - план төҙөп, теркәүгә ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ кооперативтың үҙ мисәте, банк иҫәбе булырға тейеш,” – тине ул.
Район администрацияһы башлығы Азамат Носратуллин үҙ сығышында фермер - крәҫтиән һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар төҙөү халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Семинар - кәңәшмәнең эше һөҙөмтәле булды. Үҙ эштәрен башлап ебәрергә теләк белдереүселәр өсөн 6 инициатив төркөм барлыҡҡа килде. Буласаҡ хужалыҡтарҙы дарыу үләндәре йыйыу, ҡош - ҡорт, эре мал итен эшкәртеү, етен һәм көнбағыш майы етештереү, комбикорм цехы асыу кеүек проекттар ҡыҙыҡһындырҙы.
Әҙерлек эштәре, әлбиттә, ябай түгел, шулай ҙа тәүәкәлләгән - таш ярған, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.