Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 17:30

Заман башҡа – заң башҡа

Нуриман районында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” тормошҡа ашырыла

Элек - электән үҙ аты, арбаһы, санаһы булғандар хәлле йәшәүселәр рәтендә йөрөнө. Утын килтерергә, бесән ташырға кәрәк икән, башҡаларға инәлеп йөрөмәйһең, эшеңде үҙ яйың менән башҡараһың.
Тик атлы булыу бәхете бик һирәктәргә генә эләгә торғайны шул, сөнки ил етәкселеге яғынан рөхсәт булманы.
​Хәҙер хәлдәр башҡасараҡ. Теләйһең икән, йылҡы малын өйөрө менән тот. Ҡымыҙ етештер, ҡаҙылыҡ эшлә, итен эшкәрт - барыһы ла үҙ ҡулыңда. Хатта трактор һатып алырға ла мөмкинселеге бар кешенең.
​2016 йылдан Нуриман районында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” тормошҡа ашырыла. Баш Шиҙе ауылы биләмәһе халҡы өс йыл рәттән ошо программа буйынса башҡарылған эштәре менән еңеүселәр рәтендә.
​Хәҙер ауыл советына ҡараған төбәк кешеләрен ниндәй проблемалар борсой? Ошоларҙы асыҡлау йәһәтенән биләмә башлығы, депутаттар, Баш Шиҙе, Бәләкәй Шиҙе ауылдарының халҡы ҡатнашлығында йыйын үткәрелде. Ултырышта ҡатнашыусылар тирә - яҡты тәртипкә килтереү, эре габаритлы көнкүреш ҡалдыҡтарынан ҡотолоу өсөн трактор кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итте. Ауыл халҡы техника һатып алыу өсөн талап ителгән сығымдың бер өлөшөн үҙе ҡапларға килеште.
​“Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” тормош -көнкүрешебеҙҙе үҙгәртеп ҡороу өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Читайте нас: