Аҡбирҙе ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Аделина Манапова «Дуҫлыҡ сәскәһе» республика фестиваль-конкурсында «Шиғриәт» номинацияһында икенсе урын яуланы. Ул Татьяна Бокованың”Тыуған ил” (“Родина”) шиғырын сәнғәтле һөйләне. Фестивалдең Гала-концерты Өфө районы Булгаков ауылында үтте.
Сара VI Бөтә донъя Фольклориадаһына һәм Рәсәйҙә үтәсәк халыҡ ижады йылына арналды.
Фестивалдә ЮНЕСКО клубы һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре көс һынашты.
Талантлы ҡыҙ Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде, ә уның музыкаль етәксеһе Марина Александровна Хомутининаға конкурсты ойоштороусыларҙың Рәхмәт хаты тапшырылды.