Ғаилә менән ял көндәрен үткәреү Нуриман районының ғаилә хеҙмәте Үҙәге тарафынан һәр айҙың һуңғы шәмбеһендә ойошторола.
Күптән түгел ошо Үҙәктең базаһында “Яңы йыл ығы - зығыһы” исемле күңелле сара үтте. Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары менән бергә ҡунаҡтар төрлө Яңы йыл мажаралары кисерҙе, мастер - кластарҙа ҡатнашты, саф һауала уйнап кинәнде.
Ғаилә хеҙмәте белгестәре саҡырылған ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең эш үҙенсәлектәре менән дә таныштырҙы, шунда уҡ ғаилә ағзаларына психологик ярҙам күрһәтеү майҙансығы ла эшләне.