Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 13:00

Роман - республика конкурсында еңде

Иң - иңдәр билдәләнде

Эшҡыуарлыҡтың халыҡ өсөн йәшәү рәүеше һәм тормош сығанағы булыуын күҙаллаған Рәсәй Хөкүмәте тарафынан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ сығымдар ҡаралған.
Яңы һөнәрҙәргә өйрәнеү, яңы эш урындары булдырыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү - эшҡыуарҙар өсөн төп талаптар булып ҡала. Яңыраҡ Өфөлә "Рәсәйҙең иң йәш эшҡыуары - 2019" республика конкурсының региональ этабына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Республикаһында "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам күрһәтеү" дәүләт программаһы милли проект сиктәрендә ойошторолған конкурста ҡатнашҡан 200 йәш кеше тәбрикләнде.Улар араһында Благовещен ҡалаһынан Роман Зарабелов та бар ине. Еңеүселәр, иң уңышлылар араһында булған йәш эшҡыуар Романдың финанс күрһәткестәре лә, эше менән идара итеү оҫталығы ла жюри ағзалары тарафынан маҡтап билдәләп үтелде.
Читайте нас: