Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 20:00

Спортсыһы ла, тренеры ла шәп

Йүгерергә яратҡан Илгиз

Башҡортостан Республикаһының спортҡа әҙерлек үҙәгендә мөмкинлектәре яғынан сикләнгән спортсыларҙың быйылғы йылдағы уңыштарына, күрһәткән һөҙөмтәләренә һығымта яһалды.
"Башҡортостан Республикаһында адаптик спорт йондоҙҙары" тигән сарала Благовещен ҡалаһы вәкилдәре лә ҡатнашты.Ҡаланың балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, еңел атлетика буйынса спорт мастеры, Рәсәйҙең һаңғырау спортсылары араһындағы берләшмә ағзаһы Илгиз Фәметдинов рәхмәт хаты алһа, ә уның тренеры булған Илдар Низамов "2019 йылдың иң яҡшы тренеры" тигән исемгә лайыҡ булды.
Эшенә ғашиҡ Илдар Рауил улы менән тырыш, сыҙамлы Илгизгә артабан да спортта яңы уңыштар теләйек.
Читайте нас: