Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 12:10

Белем нурын сәсә уҡытыусы

Улар һәр студентҡа яҡын кеше

Благовещен ҡалаһындағы күп профилле һөнәри колледж студенттары уҡытыусыларынан уңғанлығын бер ҙә йәшермәй.
Күп йылдар мәғариф өлкәһендә хеҙмәт һалған, юғарыла телгә алынған белем усағының хөрмәтле уҡытыусылары булған Мәүлиҙә Фәрит ҡыҙы Шәрифуллина, Ирина Георгиевна Тойгильдина эргәһенән бер ҡасан да студенттар өҙөлмәй. Бар көсөн һалып, колледжда буласаҡ белгестәр әҙерләгән остаздар уларҙың күңеленә бар яҡшылыҡты һеңдерә, йәшәйеште, тормошто аңлата, үҙ - ара мөнәсәбәттәрҙе көйләргә ярҙам итә. Тап бына шундай оло йөрәкле уҡытыусыларҙың тырыш, фиҙакәр хеҙмәтенең республика кимәлендә билдәләнеүе колледждың да абруйын күтәрҙе. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иғлан иткән
"Һөнәри белем биреү өлкәһенең иң яҡшы остазы" социаль - хеҙмәт сфераһы конкурсында Мәүлиҙә Шәрифуллинаға 1- се, ә Ирина Тойгильдинаға 2- се урындар бирелде. Үҙ балаһылай яҡын күргән студенттарына яҡын, йылы мөнәсәбәттә булған ысын уҡытыусылар бындай маҡтаулы, мәртәбәле исемгә лайыҡ.
Читайте нас: