Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 12:00

Серле шыршы янында

Нуриман районының үҙәк мәҙәниәт йортонда үҙенсәлекле балалар өсөн айырым шыршы байрамы үтте

Шыршы ҡупшы кейенгән,
​Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
​Әйләнәбеҙ тирәләп,
​Йырлашабыҙ бергәләп.
Ҡулға - ҡул тотоношоп, ошо йырҙы йырлап, шыршы тирәләй әйләнгәндәргә лә дүрт - биш тиҫтә йыл үтеп киткән! Шулай ҙа бала саҡтың Яңы йыл менән бәйле мөғжизәләре бер ваҡытта ла онотолмай икән.
​Нуриман районының үҙәк мәҙәниәт йортонда үҙенсәлекле балалар өсөн айырым шыршы байрамы үтте. Байрамса кейенгән, шат, көләс йөҙлө сара ҡунаҡтарын район администрацияһы башлығы Азамат Носратуллин ҡотланы. Әкиәт донъяһына эләккән балаларҙы көтөлмәгән мажаралар һағалап торҙо. Ата - әсәләре менән бергә кескәйҙәр төрлө уйындарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашты. Шыршы тирәләй әйләнеп, бейеп, йырлап, шиғырҙар һөйләп, улар рәхәтләнеп ял итте. Әлбиттә, Ҡыш бабайҙың бүләктәре лә балаларҙың кәйефен күтәреп ебәрҙе. Серле шыршы янында төшкән фотоһүрәттәр ҙә яҡты иҫтәлек булып һаҡланыр.
Читайте нас: