Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ғинуар 2020, 02:00

Яңы йылда - яңы бәхет!

Шатлыҡтары менән килһен Сысҡан йылы!

"Йәйғор"ҙоң ҡәҙерле дуҫтарына, барса халыҡҡа яҡынлашып килгән Яңы йыл уңайынан иң изге, иң яҡшы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Яңы йыл ҡары бәхет булып юлдарығыҙға яуһын, ғүмерегеҙҙең һәр миҙгеленән тәм табып, яратылып йәшәгеҙ. Сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, саф мөхәббәт хистәрен ғүмерлек юлдаш итеүегеҙҙе теләйем. 2020 йылдың 365 көнөндә лә тик ыңғай кисерештәр, шатлыҡлы осрашыуҙар, бәхетле йылмайыуҙар, ҡыуаныслы миҙгелдәр күп булһын!
Яңы йыл ҡотло булһын!Шыршылар балҡып торһон!Йондоҙҙар ҙа йылмайып,Изгелек теләп торһон!Йомшаҡ ҡына булып ҡарҙар яуа,Ҡарҙар яуа ерҙе биҙәкләп.Аҡ ҡарҙар менән Яңы йылым,Бәхет алып килһен етәкләп!
Мөхәрририәт.
Читайте нас: