Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 19:00

Алдынғылар тәбрикләнде

Профсоюз ағзаларына рәхмәт хаттары

Благовещен арматура заводының эшмәкәрлегенә тос өлөш индергән, унда күп йылдар фиҙакәр хеҙмәт һалған 50 профсоюз комитеты ағзаһы рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнде.
Заводтың профсоюз комитеты етәкселеге үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, уның стеналарында 10,15,20,25,35 йыл тырышып эшләгән алдынғы эшселәргә рәхмәт белдерҙе. Улар араһынан бында күптәренең олатай - өләсәләре, ата - әсәләре лә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уларҙың ғаилә династиялары заводта оло хөрмәт ҡаҙана.
"Хеҙмәтенә күрә хөрмәте" тигәндәй, сифатлы тауар етештереүгә, ҡулланыусыларҙың ҡәнәғәт ҡалыуына күп көс түккән эшселәр быға хаҡлы.
Читайте нас: