Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 23:00

Еңеүселәр билдәләнде

Байрамға йәм өҫтәп төрлө әкиәт персонаждары күңелле тамаша менән сығыш яһаны

​Яңы йыл алдынан Ҡыҙылъяр ауылының төп мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда ҙур байрам тамашалары үтте. Бында ауыл хужалығы һәм сәнәғәт тауарҙары йәрминкәһе ойошторолдо. Фермер хужалыҡтары, сауҙа ойошмалары, эшҡыуарҙар район халҡына һәм ҡунаҡтарға яңы йыл өҫтәленә сифатлы аҙыҡ - түлек тәҡдим итте.
“Ҡарһылыуҙар парады - 2020” сараға йыйылған халыҡҡа айырыуса оҡшаны. Байрамға йәм өҫтәп төрлө әкиәт персонаждары күңелле тамаша менән сығыш яһаны. Ҡыш бабайҙың ейәнсәрҙәре 3 ғинуарҙа үтәсәк дөйөм республика парадында ла ҡатнашасаҡ.
​Район администрацияһы башлығы Азамат Носратуллин “Яңы йыл кәйефе” һәм “Яңы йыл фантазиялары” исемле район бәйгеләренең еңеүселәренә бүләктәр тапшырҙы. Был конкурстар боҙ һәм ҡарҙан төрлө фигуралар төҙөү, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт усаҡтарында, ауыл биләмәләрендә яңы йыл шыршыларын һәм майҙансыҡтарҙы биҙәү маҡсаты менән ойошторолғайны.
​Ауыл мәктәптәрендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға грант алыу өсөн сертификаттар ҙа тапшырҙы район башлығы. Шулай уҡ йәш ғаиләләр араһында ойошторолған “Ихатала ҡышҡы әкиәт” бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнде, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Билдәле булыуынса, “Айыҡ ауыл - 2019” конкурсында Байгилде ауыл биләмәһенә ҡараған Иҫтерек ауылы еңеүсе булғайны. Байрам уңайы менән Азамат Носратуллин еңеүселәргә Диплом тапшырҙы. Оҙаҡламай был ауыл республика кимәлендә район данын яҡлаясаҡ.
​Сараның тантаналы өлөшөн байрам концерты алыштырҙы.
Читайте нас: