Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 20:00

Энергетиктар сәләмәт тормош яҡлы

Хеҙмәткәрҙәр ярышты

Благовещен ҡалаһының Өфө янындағы йылылыҡ селтәре хеҙмәткәрҙәре башҡарған вазифаһы бурыстарын да ентекле үтәй, ялын да файҙалы итеп ойоштора белә, спортта ла әүҙемлек күрһәтә.
Яңы йыл алдынан станцияның һәр бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре өҫтәл теннисында, дартста, бильярдта ярышты. Был спорт төрҙәрен үҙ иткән, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән энергетиктарҙы станция директоры Александр Евдокимов тәбрикләп үтте. Өҫтәл теннисында ҡатын - ҡыҙҙар араһынан Розалия Фроловаға, ирҙәрҙән Сергей Морозовҡа, дартста Юлиә Чучкаловаға, Радик Ҡорбановҡа, бильярдта Александр Плюснинға тиңдәр булманы.
Эше менән спортты ла йәнәшә алып барған, сәләмәт тормош яҡлы хеҙмәткәрҙәр республика кимәлендә үткән ярыштарҙа ла, башҡа хеҙмәттәштәре араһында алдынғы урындар яулай. Шуға ла Өфө янындағы йылылыҡ селтәре үҙенең спортсылары менән дан тота.
Читайте нас: