Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 18:00

Файҙалы уҙа ялдар

Ярыштарҙа дуҫлыҡ еңде

Быйылғы уҡыу йылының ике сиреген яҡшы билдәләргә тамамлаған, күтәренке кәйеф менән ҡышҡы каникулдарҙы көтөп алған Благовещендағы 1 - се гимназия уҡыусыларының ялы күңелле, файҙалы үтә.
Уҡытыусылар ата - әсәләр, балалар менән берлектә ялдар иҫтәлекле ойошторола. "Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә" тигән күңелле старттарҙа ҡатнашҡан ғаиләләр үҙенең һәләтен, спортҡа етди ҡарашын, берҙәм, етеҙ булыуын күрһәтте. Уҡытыусылар менән уҡыусылар араһындағы өҫтәл теннисы буйынса ярыштар ҙа ҡыҙыу барҙы. Уҡыусылар остаздарынан бер ҡалышмай, оҫта уйнаны.
Һәр ярыштарҙа уларҙың барыһын да спортҡа һөйөү берләштереп, дуҫлыҡ еңде.
Читайте нас: