Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 22:00

Иглин ирекмәндәре ветерандарҙы Яңы йыл менән ҡотланы

Сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды

Иглин районында һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын Яңы йыл менән ҡотлау акцияһы үтте. Сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Ҡыш бабай ролен урындағы “Йәш армия” етәксеһе Айнур Әхмәров башҡарҙы, ә Ҡарһылыу булып “Беҙҙең киләсәк” район ирекмәндәр ойошмаһы башлығы Ольга Пономаренко уйнаны. Сараның төп ҡунаҡтары менән бергә өлкән йәштәгеләрҙе байрам менән ҡотларға ветерандарҙың район советы секретары Флүзә Хәкимова, "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы башҡарма комитеты рәйесе Ирина Сергеевалар ҙа килде. Ҡунаҡтар ветерандарға бүләктәр һәм татлы күстәнәстәр тапшырҙы.
Читайте нас: