Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 21:00

Иглиндәр вәғәҙә биреп йүгерҙеләр

70 артыҡ кеше стартҡа баҫты

Яңы йылдың беренсе көнөндә Елена Иглина исемендәге паркта “Вәғәҙәләр йүгереүе” тип аталған күңелле сара үтте.
Яҡынса 2020 метр оҙонлоҡтағы дистанцияны йүгереп үтәргә 70 артыҡ кеше стартҡа баҫты. Улар араһында иглиндәрҙән тыш, нуримандар, Өфө ҡалаһы вәкилдәре лә бар ине. Һәр йүгереүсегә шәхси номер бирелде. Сарала ҡатнашыусылар ағымдағы йылда атҡарасаҡ вәғәҙәләренең кәмендә берәүһе яҙылған табличканы ла таҡты. Күңелле музыка ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп торҙо, теләүселәр өсөн ҡайнар сәй ойошторолдо.
Йүгереүҙә ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә биргән вәғәҙәләрен үтәр тип ышанғыһы килә. Сөнки улар маҡсаттарына өлгәшеү өсөн тәүге аҙымды яһаны - "яңы йыл марафоны"на баҫты.
Әйткәндәй, иглиндәр “Вәғәҙәләр йүгереү”ендә беренсе тапҡыр ҡатнашты. Был матур сара традицияға әйләнер тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Читайте нас: