Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 13:00

Йәштәр футбол уйнаны

Иглин балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында район хакимиәте башлығы кубоғына футбол турниры үтте

Иглиндә балаларҙың ҡышҡы ялын күңелле һәм файҙалы үткәреү өсөн бик күп саралар ойошторола. Бигерәк тә спорт ярыштарына ҙур иғтибар бирелә. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында үткән футбол турнирында алты команда көс һынашты.
Спорт бәйгеһе бик сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә, “Алпамыша” үҫмерҙәр спорт клубы командаһы алдығылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Икенсе урынға Шакша командаһы сыҡты, Алатыр ауылы спотсылары өсөнсө булды.
Еңеүселәр кубоктар, миҙалдар, дипломдар менән бүләкләнде.
Читайте нас: