Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 09:00

“Теләһә ниндәй проблеманы хәл итеү юлдары бар”

Иглин ауылына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров эш сәфәре менән килде

Андрей Геннадьевич Назаров республика иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, БР сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев һәм башҡа оҙата барыусылар менән берлектә Иглиндең проблемалы нөктәләрендә булды.
Иң тәүләп Андрей Назаров етәкләгән эш төркөмө төҙөлөш эштәре тамамланмаған "Юлдаш" торлаҡ йорт комплексын ҡараны. Төҙөлөш ойошмалары вәкилдәре, белгестәр фекерен тыңлағас, Андрей Геннадьевич объект 2020 йылдың 1 июленән дә ҡалмай файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, тине. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Лесунов урамындағы был йорт 10 йыл элек төҙөлә башлаған. Әлеге ваҡытта 65 кеше үҙ фатирын ала алмай интегә.
Эш төркөмө ағзалары районды электр менән тәъмин итеүсе хужалыҡтарҙың эше менән дә танышты. Электр менән тәъмин итеү – кисектергеһеҙ хәл итеүҙе талап иткәнтөп мәсьәләләрҙең береһе, тине республика ХөкүмәтеПремьер-министрының беренсе урынбаҫары. Быға ауылдың тиҙ темптар менән үҫеүе сәбәпсе. Әлеге ваҡытта был проблеманы хәл итеү юлдары ҡарала, электр селтәрҙәре республика милкенә тапшырыла.
А. Назаров һәм уны оҙатып йөрөүселәр Иглин үлҫәү заводында булды, уның артабанғы яҙмышын хәл итеү юлдарын ҡараны. Шулай уҡ ЕВНАТ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тәҡдим иткән проекттың тормошҡа ашырылыу торошон тикшерҙе. Был проект заводта заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған яңы корпус төҙөү, технопарк булдырыуҙы күҙ уңында тота. Баш ҡала ҡунаҡтары Башҡортостан агросәнәғәт колледжының Иглин филиалында эш сәфәрен тамамланы. Бында уҡыу йортоноң матди-техник базаһын камиллаштырыу тураһында мәсьәләләр тикшерелде. Район етәкселеге уҡыу йорто территорияһында балалар баҡсаһы төҙөү тураһында тәҡдим индерҙе.
Сәфәргә йомғаҡ яһап, район хакимиәте башлығы Н. Н. Самойленко сараның бик файҙалы булыуын билдәләне. Урындағы власть сәфәр барышында яңғыраған тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн бөтә тырышлығын һаласаҡ, тине ул.
Читайте нас: