Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 21:00

Дауаханаға ремонт эшләнәсәк

Министр урынбаҫарының эш сәфәре

Благовещен районындағы Бедеево Поляна ауыл участка дауаханаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева килде.Благовещен район һәм Бедеево Поляна участка дауаханаларының баш табиптары Ренат Ғәббәсов һәм Риф Закиров менән берлектә улар бөгөнгө дауахананың торошон ҡарап, тикшереп сыҡты. Райондың күп ауылдарын, айырыуса ололар, балалар, ауырлы ҡатындарҙы хеҙмәтләндергән был дауахана күптән капиталь ремонтҡа мохтаж. Етәкселәр араһында тап ошо эштәр хаҡында етди һөйләшеү барҙы.Халыҡҡа беренсе медицина - санитар ярҙамын күрһәтеү программаһы сиктәрендә башҡарыласаҡ был эштәр бик урынлы буласаҡ.
Читайте нас: