Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 19:10

Йәшәргә лә, йәшәргә, тик...

"Беҙ был осраҡта дөрөҫлөк эҙләйбеҙ һәм ғәйеплене язаға тарттырырға теләйбеҙ”, – ти егеттең яҡындары

Әлшәй районы егете Андрей Михайловтың кәүҙәһен 5 ғинуарҙа тимер юлында танымаҫлыҡ хәлдә тапҡандар. Хабаров крайының хәрби частән хәбәр итеүҙәренсә, егет үҙенә үҙе ҡул һалған. Тик уның ата-әсәһе, яҡындары быға ышанмай.
21 йәшлек егет Бикин ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт иткән. Һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә йөрөгән. Андрейҙың туғандары әйтеүенсә, уның ҡайһы бер хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәре еңелдән булмаған.
Балаһының үлеме тураһында ата-әсә Андрейҙың йөрөгән ҡыҙы шылтыратҡас ҡына белгән. Улар йәй бергә ҡайтырға тейеш булған. Уның хеҙмәте контракт буйынса быйыл тамамланырға тейеш булған.
“Андрейҙың үлеме осраҡлы түгел. Ул ҡыҙыҡайын оҙатҡан һәм кире нарядҡа барам тигән, тик хәрби часткә барып етмәгән. Тимер юлдары янында уны туҡтатҡандарҙыр. Беҙ был осраҡта дөрөҫлөк эҙләйбеҙ һәм ғәйеплене язаға тарттырырға теләйбеҙ”, – ти уның яҡындары.
В канун Рождества родителям 21-летнего Андрея Михайлова из Альшеевского района, служившего по контракту в военной части в Хабаровском крае, сообщили о гибели их сына. «Он сказал, что у него для нас плохие новости. Тело нашего сына найдено на железнодорожных путях в городе Бикине. Сослуживцы его опознали по татуировке.», — поделилась женщина своим горем.
Последний раз родители общались со своим сыном 4 января. Все было хорошо, — отмечают близкие солдата.
Также есть информация о том, что парень был уволен из воинской части еще в декабре прошлого года, поэтому являелся гражданским лицом, а не контрактником.
Читайте нас: