Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 18:40

Иглиндә яңы мәктәп асылды

Ҡышҡы каникулдарҙан һуң тәүге уҡыу көнөндә Яңы Иглин биҫтәһендә күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булды - 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 160 балаға ҡаралған «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты

Ҡышҡы каникулдарҙан һуң тәүге уҡыу көнөндә Яңы Иглин биҫтәһендә күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булды - 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 160 балаға ҡаралған «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.
Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин, Өфө дәүләт нефть университеты ректоры Олег Баулин, "Башнефтезаводстрой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Попенов, район хакимиәте башлығы Николай Самойленко һәм башҡалар ҡатнашты.
Сафҡа индерелгән объект “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлдө. Төҙөлөш эштәре ике йыл тирәһе барҙы. Финанслау күләме яҡынса 370 миллион һум тәшкил итә.
Мәктәптә уҡыусылар өсөн бөтә шарттар ҙа бар. 40 иркен класс, тамаша һәм спорт залдары заманса яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һәр кабинетта ноутбук, компьютер, күп функциялы ҡоролма бар. Интерактив таҡта уҡыу процесын төрлөләндереүҙә ярҙам итә.
Мәктәп уҡыусылары дәрестән һуң төрлө түңәрәктәргә һәм спорт секцияларына йөрөй аласаҡ. Балаларға химия фәнен тәрәнтен өйрәнеүгә мөмкинлек бар. Яңы мәктәп Өфө нефть университеты менән хеҙмәттәшлек итә башлаясаҡ.
Заманса йыһаҙландырылған балалар баҡсаһы 8 төркөмдө ҡабул итергә әҙер, шуларҙың икеһе - өс йәшкә тиклем кескәй сабыйҙар өсөн. Ихатала уйын майҙансыҡтары йыһазландырылған.
«Аҡбуҙат» киләһе аҙнала үҙ ишектәрен аса. Ә мәктәптә бөгөн дәрестәр башланды.
Н. Кондрова фотоһы.
Читайте нас: