Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 15:00

“Ике йөрәк” билдәлелек яулай

Йәштәрҙең төшкө ашҡа тиклем тюбингта, конькиҙа, тау санғыһында, сноубордта шыуыу мөмкинселеге булды...

Йәш ғаиләләр араһында көндән - көн билдәлелек яулаусы “Ике йөрәк” клубы үҙенең әүҙем ағзаларын Павловка ял итеү базаһына йыйҙы.
Йәштәрҙең төшкө ашҡа тиклем тюбингта, конькиҙа, тау санғыһында, сноубордта шыуыу мөмкинселеге булды. Кескәйҙәр үҙҙәренең ата - әсәләре менән бергә “Күңелле старттар” конкурсында ҡатнашты.
Төшкө аштан һуң психолог йәш парҙар менән “Ғаилә терапияһы” исемле тренинг үткәрҙе, түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо. Бында ғаилә темаһына ҡағылышлы сетерекле мәсьәләләр күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.
Ғаилә тормошон яйға һалыу, уға дөрөҫ йүнәлеш биреү өсөн бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур.
Читайте нас: