Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 11:17

Раштыуа шыршыһы

Сиркәү янында эшләп килгән йәкшәмбе мәктәбе уҡыусыларының ҡурсаҡ театры, мажаралы тамаша күрһәтеп, байрамды йәнләндереп ебәрҙе

Яңы йыл байрамдарын түҙемһеҙлек менән көтөп алған кескәйҙәр һәм уҡыусы балалар өсөн тағы ла оло байрам - “Раштыуа шыршыһы ” ойошторолдо.
​Ҡыҙыл Шишмә ауыл биләмәһе, урындағы мәктәп коллективы һәм Свято - Троицк ҡатын - ҡыҙҙар монастыры башланғысы менән үткәрелгән был сара үҙенең ҡабатланмаҫ уйын төрҙәре, ҡыҙыҡлы инсценировкалары, карнавал кейемдәре менән балаларҙың күңелендә уйылып ҡаласаҡ.
​Раштыуа шыршыһында Башҡортостан Республикаһының ҡатын - ҡыҙ эшҡыуарҙары ассоцияцияһы рәйесе Алла Кузьмина ҡатнашты. Ул байрамда ҡатнашыусыларға үҙе ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Ғаиләлә уҡыу өсөн тәғәйенләнгән “СемьЯгод”шиғри йыйынтығы урындағы мәктәп китапханаһы кәштәһендә урын аласаҡ.
​Сиркәү янында эшләп килгән йәкшәмбе мәктәбе уҡыусыларының ҡурсаҡ театры, мажаралы тамаша күрһәтеп, байрамды тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Читайте нас: