Ҡышҡы спорт уйындарын һөйөүселәр командаларға бүленде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар боулинг, дартс, туп менән һикереү, тоҡ кейеп йүгереү, «ҡышҡы балыҡ тотоу», эстафета кеүек ярыштарҙа ҡөс һынашты. Ә көйәрмәндәр яҡындарына көс-дәрт биреп торҙо.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса «Ҡыҙҙар» командаһы еңеү яуланы.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Саф һауала уйнағандан һуң, бөтәһенең дә биттәре алланды, кәйефтәре күтәрелде, күптәр ыңғай энергия заряды алды.