Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 13:00

Иғтибар үҙәгендә Саруа шишмәһе

Саруа шишмәһе районда ғына түгел, ә Рәсәй халҡы өсөн дә билдәле булған уникаль объект

​Сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә Саруа ауылы биләмәһендә рекреация эштәрен башлау буйынса инвестиция проекты ҡаралды.
​Район хакимиәте башлығы А. Р. Носратуллин билдәләүенсә, туризм һәм рекреация йүнәлештәренә төбәктә ҙур иғтибар биреү мотлаҡ. Бының өсөн туристик базалар булдырыу, яңы маршруттар асыу талап ителә. Нуриман районының хозур тәбиғәте һәм транспорт системаһының яҡшы сифатта булыуын иҫәпкә алғанда, туризм һәм халыҡтың ялын ойоштороу перспективалы эш.
​Яуаплы белгестәргә ер участкаларын һайлап алыу, уларҙы законға ярашлы теркәү, инвесторҙарға төрлө яҡлап булышлыҡ итеү хаҡында күрһәтмә бирелде.
Читайте нас: