Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 15:00

Мари халҡы "Шорыкйол" йола байрамына йыйылды

Милли йыр - моң,уйын - көлкө, һый - хөрмәт

Благовещен районының Удельно - Дыуанай ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған "Шорыкйол" байрамына яңы йылдан мөғжизә көткән, яҡшыға ышанған, киң күңелле, йомарт мари халҡы ихлас йыйылып килде.
Мәҙәниәт йортондағы "Шишмә" клубы ағзалары халыҡ календары байрамдары һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәренән мари халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауға күп көс һала. Йыр - моңға бай мөхиттә, мул, милли ризыҡлы өҫтәлдәр артында уҙған был боронғо байрамға килеүселәр төрлө персонаждар булып кейенеп - төҙәнде. "Шорыкйол" байрамында шулай уҡ төрлө ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар ҙа һаҡлана.Мари халҡы араһында был сағыу, күңелле байрам насар энергиянан, уйҙарҙан да арындыра тигән ышаныу бар.
- Яңы йыл башында һәр милләт үҙ байрамын уҙғара. Христиандар - Раштыуаһын, башҡорттар - Нардуғанды, ә мари халҡы - "Шорыкйол"ды байрам итә. Боронғо замандарҙа ҡыҙҙар Һарыҡ тәпәйе тип тәржемә ителгән "Шорыкйол" байрамына өйҙән - өйгә йөрөп бүләк йыйған, һарайға кереп, һарыҡтарҙың аяҡтарына ҡағылып киткән. Барса ошо ҡылынған эштәр тыуған ергә, халыҡҡа бәхет, бәрәкәт, муллыҡ, байлыҡ теләү билдәһе булып һаналған, - тип һөйләне Удельно Дыуанай ауыл мәҙәниәт йортонда уңышлы эшләп килгән "Шишмә" клубы етәксеһе, мари халҡының данлы ҡыҙы Светлана Алисовна Байрамова.
Бына шулай, Удельно Дыуанайҙа мариҙарса яңы йыл гөрләп уҙҙы.
Читайте нас: