Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 14:00

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Янғынға ҡаршы профилактик эштәр

Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һуңғы осорҙа янғындар һаны кәмеүгә табан бара.
Был ҡурҡыныс күрһәткестәрҙе кәметеү маҡсатында Благовещен районының Удельно Дыуанай ауыл хакимиәте башлығы Надежда Жилина етәкселегендә ауылда системалы эш алып барыла. Хакимиәттең янғынға ҡаршы һәм профилактика комиссияһы халыҡ, хәүеф төркөмөндә булыусылар араһында эскелеккә, тәмәкегә ҡаршы һөйләшеүҙәр алып бара. Мохтаждарҙың йортона янғынды хәбәр итеүсе приборҙар ҡуйыла.
- Тиҫтәләрсә кешенең яҙмышын уйлап, янғын осраҡтарының һәм унда үлеүселәр һанын кәметеү маҡсатынан комиссия ағзалары тырышып эшләй. Улар өйҙән - өйгә йөрөп, күп балалы ғаиләләр, инвалидтар, оло йәштәгеләр менән осрашып, әңгәмә ҡора, листовкалар тарата. Һәр һан артында - беҙҙең ауылдаштар, күршеләр яҙмышы. Эшләһәң, эш ҡарышмай,- тип һөйләне эшенә яуаплы ҡараған Надежда Сергеевна.
Ҡурҡыныс фажиғәләргә ҡаршы көрәш темаһы был ауыл биләмәһендә ныҡлы тикшерелеп, бойомға ашырыла.
Читайте нас: