Башланғыс класс уҡыусылары йәйәүлеләр һәм транспортта йөрөүселәр өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тағы ҡабатлап сыҡты. Ә өлкән кластар янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә туҡталды. Уҡытыусылар, ата - әсәләр уларҙы электр приборҙары, газ плитәләре, шырпы менән дөрөҫ ҡулланырға, кешегә йәки үҙеңә беренсе ярҙам күрһәтергә, ашығыс хеҙмәттәр телефондары менән таныштырырға бурыслы. Янғын сыҡҡан осраҡта үҙеңде нисек тотоу, ут эсендә ҡалғандарҙы ҡотҡарыу юлдарын да яңынан өйрәнде улар.
"Хәүефһеҙлек - төп бурыс", - тигән йүнәлештә эшләгән уҡытыусылар, ваҡыты - ваҡыты менән үткәрелеп торған профилактик сараларҙың һөҙөмтәһе буласағына ышана.