Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 19:00

Сәләмәт кеше - бай кеше

Егәрленең ҡулы етәү

Берләштерелгән металлургия кампанияһы составына ингән Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәте етәкселеге йылда теләгәндәр араһында "Үҙ эшенде башла" тигән социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһында ҡатнашыу өсөн конкурс иғлан иткәне хаҡында күптәр мәғлүм.
2017 йылда ошо программала ҡатнашып, грант отҡан шәхси эшҡыуар Руслан Шәйхуллин "Во Благо" үҙәген ойошторҙо. Тырыш егет республика кимәлендә иң ҙурҙарҙан иҫәпләнгән яһалма тоҙ мәмерйәһен асыуға өлгәшә. Ошо һуңғы ике йылда ғына мәмерйә эсенә ҡуйылған галогенераторҙар ярҙамында тирә - яҡҡа таратылған аэрогалит ваҡ тоҙ "саңы" 500-ҙән артыҡ баланы, өлкән кешене дауалаған. Тын юлдарына бик файҙалы булған тоҙ уларҙың иммунитетын көсәйтеп, дөйөм хәлен яҡшыртҡан, стресстан арындырған, йөрәк - ҡан тамырҙарына, аяҡ - ҡул сирҙәренә лә шифа булған.Тоҙ терапияһы инфекция осоронда ла төрлө ауырыуҙарға бирешмәҫкә булышлыҡ иткән.
Кеше һаулығы өсөн файҙалы эш башлағанына төшөнгән эшҡыуар Руслан Шәйхуллин уны артабан да дауам итергә ҡарар итә. "Благовещен ҡалаһы ҡала биләмәһендә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү" программаһында ҡатнашып, ул 450 мең һумлыҡ субсидиялы була.
- Дауалауҙа файҙалы булған тоҙҙоң сихәтле үҙенсәлектәрен артабан да ҡулланыу теләге менән ҡаланың 5 - се мәктәп етәкселегенә мөрәжәғәт иттем. Уҡытыусылар, уҡыусылар, хеҙмәткәрҙәр өсөн асыласаҡ тоҙ мәмерйәһе бүлмәһе - бында хуплау тапҡан тәҡдимдең һөҙөмтәһе. Хәҙер заманса ҡорамалдар һатып алырға, теләгәндәргә абонементтар һатырға, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә ташламалар тураһындағы һорауҙарҙы хәл итәһе бар. Был белем усағында эштәр көйләнеп китһә, башҡа мәктәптәрҙә лә ошо изге эште дауам итергә тигән теләк бар,- ти Руслан Шәйхуллин.
Ҡала хакимиәтенең ошо уҡ субсидияһына эшҡыуар уҡыусылар өсөн махсус ҡомда һүрәт төшөрөү ҡулайламаһын да ҡуясаҡ. Хәтерҙе яҡшыртҡан, иғтибарҙы арттырыуға булышлыҡ иткән был заман ҡулайламаһы ла мәктәп уҡыусылары өсөн бик кәрәкле булыр.
"Егәрленең ҡулы етәү" тигәндәй, тәүәккәл Русланға башлаған эше уңыш килтерһен.
Читайте нас: