Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 17:15

Ғинуар айы аномаль йылы булыуы менән айырылып тора

Уртаса тәүлек һауа температураһы ғәҙәти күрһәткестәрҙән 10 градусҡа юғары

Быйыл ғинуар айы аномаль йылы булыуы менән айырылып тора. Көндөҙгө сәғәттәрҙә, мәҫәлән, Благовещена һауа температураһы хатта плюс дүрт билдәһенә тиклем күтәрелеүе күҙәтелде.
Әлеге ваҡытта уртаса тәүлек һауа температураһы ғәҙәти күрһәткестәрҙән 10 градусҡа юғары.
Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, оҙаҡламай, атмосфера баҫымы күтәрелә башлай. Һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә.
Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала республикала көндөҙ -4,-6 градус була. Аҙна аҙағында көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана: көндөҙ -11, төндә -15 градусҡа тиклем.
Читайте нас: