Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 13:00

Матур ғаилә – ил күрке

“Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020” республика фестиваленең финал ярыштарында 70 команда ҡатнашты

“Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020” республика фестиваленең финал ярыштарында 70 команда ҡатнашты.​Нуриман районының данын Зөһрә, Ринат һәм Лана Вәлиевтәр яҡланы. Спорт яратҡан ғаиләне дәртләндереү маҡсатында фестивалгә 2В класы, Красная Горка урта мәктәбенең “Сәләмәт быуын – көслө регион” проектының әүҙем ағзалары һәм Лананың класс етәксеһе Эльвира Әхмәтова юлланды. Көсөргәнешле ярыштарҙың һөҙөмтәһе буйынса Вәлиевтәр ғаиләһе 4 - се урынға сыҡты һәм республика кимәлендә ҙур уңышҡа өлгәште.
Читайте нас: