Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 17:00

Балалар шатланды

Оҫталыҡ дәресе йәнле үтте

Шишмә ҡасабаһындағы Хажи Хөсәйенбәк исемендәге мәсеткә шат йөҙлө балаларын етәкләгән ата - әсәләр ағылып килде.
Ғаиләне, өлкәндәр менән балаларҙы берләштереү, уртаҡ эштәр башҡарыу, улар күңелендә ижадҡа, тыуған яҡ матурлығына һөйөү уятыу маҡсатын күҙ уңында тотоп, бында оҫталыҡ дәресе үтте. Әнүәр Шәйхетдинов ойошторған был дәрестә улар лазер принтерҙа баҫылған фотоһүрәтте елем менән таҡта киҫәгенә йәбештереп өйрәнде. Был эштең барса технологияларын ентекле үтәгәндәрҙең фотоһүрәттәре шәп килеп сыҡты. Үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәрен яҡындарына бүләк иткән балалар өлкәндәр тарафынан әҙерләнгән тәмле сәй өҫтәленә лә ҡыуанды.
Изге йәнле, эскерһеҙ балаларҙы шатландырған был сараны ойоштороусыларға барыһы ла ҙур рәхмәт әйтте.
Читайте нас: