"II Дорогин саңғыһы - 2020" ярышында ҡатнашҡандарҙың барыһы ла яҡшы кәйефтә ине, улар үҙ йәше категорияһына тейешле дистанцияны еңел, сәмләнеп үтте. Сара һуңында район хакимиәте башлығы Вилорий Угаров иң етеҙҙәргә лайыҡлы бүләктәр тапшырып, был спорт төрөн яратыусы яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.