Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 11:10

Дуҫтарса осрашыу

Осрашыу тураһындағы яҡты хәтирәләр онотолмаҫ, оҙаҡ һаҡланыр

Коллектив спорт уйындары һаулығыңды нығытырға, ихтияр көсө, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләргә, шулай уҡ яңы дуҫтар табырға, улар менән аралашырға булышлыҡ итә.​Нуриман районының социаль приюты һәм Иҫке Күл урта мәктәбе хеҙмәткәрҙәренең волейбол буйынса осрашыуҙарының маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау һәм социаль - педагогик өлкәлә спортты популярлаштырыу ине.​Ярыштарҙың беренсе этабында классик волейбол уйындары булһа, икенсе этапта командалар яңы спорт күренеше булған мега - волейболда көс һынашты. Был уйындың төп айырмаһы – туптың ҙур булыуында.​Уйын тамамланды, еңеүселәр билдәләнде. Осрашыу тураһындағы яҡты хәтирәләр онотолмаҫ, оҙаҡ һаҡланыр.
Читайте нас: